18:08 (UTC+5), 02 Ноября 2011

Өфө «Рәсәй Федерацияһының иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» конкурсында икенсе урын алды

Әлим Фәйезов
РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин көн элгәре Рәсәйҙең иң төҙөк ауыл биләмәһе исеменә конкурста еңеүселәргә Хөкүмәт дипломдары тапшырҙы.
Великий Новгород, Түбәнге Кама ҡалалары, Белгород өлкәһенең «Төҙөүсе ҡала» ҡала биләмәһе, Ростов өлкәһендәге Целинское ауыл биләмәһе, Ставрополь крайының Сухая Буйвола ауылы һәм Липецк өлкәһендәге Преображеновский ауыл советы беренсе дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды.
Икенсе дәрәжә дипломдар менән Новосибирск һәм Өфө бүләкләнде.
Өсөнсө дәрәжә дипломдарҙы Хөкүмәт башлығы Саранск, Хабаровск, Ижевск ҡалаларына тапшырҙы.
— Беҙҙең ҡалаларҙа, ауылдарҙа урамдар һәм ихаталар төҙөкләндерелә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, юлдар, йәмәғәт транспорты һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өлкәһе тәртипкә килтерелә. Халыҡ уңайлы йәшәһен, эшләһен, балалар үҫтерһен өсөн шарттар булдырыла, - тине Владимир Путин, конкурста еңеүселәрҙе ҡотлап.
Ул яҙыусы Александр Солженицындың Рәсәй яҙмышында урындағы үҙидаралыҡ роле тураһындағы һүҙҙәрен әйтеп ишеттерҙе: «Йылға гөрләүектәрҙән башлана».
Владимир Путин һәр мэрҙы, һәр ауыл биләмәһе башлығын халыҡ, айырым кеше мәнфәғәтенән сығып эш итергә саҡырҙы. Премьер, иң яҡшы муниципаль берәмектәргә Хөкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтеү дауам ителәсәк, шул иҫәптән конкурстың приз фонды өс тапҡырға арттырыласаҡ, тип билдәләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» исеменә конкурс РФ Хөкүмәте менән 2009 йылда булдырылды, тәүге тапҡыр ул 2010 йылда үткәрелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика