08:10 (UTC+5), 02 Ноября 2011

Өфөнөң иң яҡшы йәш модельерҙары туҡыма һәм теген машиналары менән бүләкләнәсәк

Галина Бахшиева
Бөгөн Өфөлә, 15 сәғәттә, йыл һайын үткәрелеүсе «Евро-Өфө-Азия» форумы асыласаҡ. Ул «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының өсөнсө ҡатында үтәсәк.
— Дөйөм алғанда «Евро-Өфө-Азия-2011» мода форумында 30 кеше ҡатнашасаҡ. Уларҙың күпселеге – ателье хеҙмәткәрҙәре йәки шәхси эшҡыуарҙар. Бынан тыш, конкурсҡа үҙ эштәрен Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаусылар, шулай уҡ 38-се һөнәри лицей уҡыусылары һәм педагогтары тәҡдим итәсәк, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө ҡалаһы хакимиәтенең хеҙмәтләндереүҙәрҙе координациялау һәм көйләү бүлеге начальнигы Ольга Завьялова.
Форумды ойоштороусылар булып Өфө хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сығыш яһаны.
— Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла кубок, мода форумы логотибы төшөрөлгән сәғәт, шулай уҡ туҡыма алыуға сертификат аласаҡ. Өс иң яҡшы коллекция авторына килгәндә, алда әйтеп үтелгән бүләктәрҙән тыш, уларға профессиональ техника алыу өсөн ун, һигеҙ һәм алты мең һумға сертификаттар тапшырыласаҡ, - тип һөйләне Ольга Завьялова.
Шулай уҡ бөгөн «Евро-Өфө-Азия-2011» мода форумы сиктәрендә журналистар өсөн «Мода тураһында репортаж» конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Был бәйге мода форумы тарихында тәүгә үткәрелә. Унда мода, модельерҙар, мода тенденциялары, беҙҙең республикала етештерелгән модалы кейем коллекциялары тураһындағы материалдар авторҙары ҡатнаша. Был конкурста еңеүселәргә лә ойоштороусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика