09:03 (UTC+5), 01 Ноября 2011

Йәрминкәләрҙә 22 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы һатылған

Ғәлиә Нәбиева
Уҙған ял көндәрендәге йәрминкәләрҙә 2,5 мең тонна продукция һатылған, тип хәбәр иттеләр БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында. Йәрминкәләрҙең беренсе көнөнән алып йәмғеһе 22 мең тонна продукция һатылған.
Октябрҙәге һуңғы ял көндәренә ауыл халҡы 140 тонна һыйыр ите, 63 тонна сусҡа ите, 16 тонна һарыҡ ите, 6 тонна йылҡы ите һатҡан. Сауҙа майҙандарында йәшелсә продукцияһы ла тәҡдим ителгән. Ҡала халҡы 949 тонна картуф, 96,6 тонна кишер, 473 тонна һуған, 52 тонна сөгөлдөр, 627 тонна кәбеҫтә һатып алған. Республика халҡы балды ла әүәлгесә теләп һатып ала.
Дәүләт комитеты белгестәре йәрминкәләрҙе анализлап, бөтә төрҙәге иттәр араһынан - һыйыр итенең, ә йәшелсә культураларынан кәбеҫтәнең ҙур һорау менән ҡулланғанын билдәләгән. Ҡалған позицияларға һорауҙың әкренләп кәмеүе күҙәтелә. Был ҡала халҡының күбеһенең ҡышҡылыҡҡа етерлек запас туплауы хаҡында һөйләй.
Йәрминкәләр дауам итә, сауҙа рәттәрендә йәшелсәләргә алмашҡа ит продукцияһы килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика