06:49 (UTC+5), 01 Ноября 2011

Башҡортостан вуздары «Альстом» компанияһы өсөн кадрҙар әҙерләйәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан вуздары «Альстом» һәм «РусГидро» компаниялары предприятиелары өсөн белгестәр әҙерләйәсәк. 31 октябрҙә Франция компаниялары вәкилдәренең республика техник вуздары ректорҙары менән осрашыуында кадрҙар буйынса алдан килешеүҙәргә өлгәшелде. Протокол осрашыуы Башҡортостан Хөкүмәтендә үтте.
Өфөлә ике йылдан гидротехник һәм электротехник ҡоролмалар етештереү буйынса заманса технопарк булдырыласаҡ. Әлеге ваҡытта яңы производствоның проекты әҙерләнә, әммә Франция вәкилдәре белгестәрҙе бөгөндән әҙерләй. Йәмғеһе 550 белгес кәрәк буласаҡ.
— Индустриябыҙҙың заманса технологияларын Башҡортостанға алып киләсәк яңы фабрика төҙөйбөҙ. Технологиялар тигәндә, беҙ быуындан быуынға белем биреүсе кешеләрҙе күҙ уңында тотабыҙ, - тип һөйләне журналистарға Рәсәйҙә «Альстом» компанияһының идара итеүсе директоры Николай Жиро. – Беҙгә белемле, яҡшы өйрәтелгән белгестәр кәрәк. Шуға күрә уҡыу йорттары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен оҙаҡ йылдарға төҙөмәксебеҙ.
Республиканың ғилми даирә вәкилдәре ваҡиғаның мөһимлелеген билдәләне – әле төҙөлөп бөтөлмәгән килеш предприятие кадрҙар әҙерләй.
Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров билдәләүенсә, бындай производстволар өсөн Өфөлә белгестәр әле лә әҙерләнә. Бының өсөн махсус факультеттар булдырыуҙың кәрәге юҡ. Тик аныҡ бер предприятие талаптарына ғына яраҡлашырға кәрәк. Авиация университетының бындай тәжрибәһе бар, вуз «Электрозавод» өсөн белгестәр әҙерләй.
Башҡортостанды, «РусГидро» һәм Францияның «Альстом» компанияларын үҙ-ара килешеү бәйләй, уға ярашлы республикала майҙаны 67 гектар тәшкил иткән сәнәғәт технопаркы булдырыласаҡ. Комплекста гидротехник һәм электротехник ҡоролмалар етештереү заводына төп урын бирелә. 2013 йылда завод тәүге продукцияһын сығарасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика