14:34 (UTC+5), 31 Октября 2011

Игендең залог фондын Башҡортостандың 400 ауыл хужалығы предприятиеһы формалаштыра

Республиканың 400 ауыл хужалығы предприятиеһы залог операциялары башҡарыуға заявка биргән. Операцияларҙың дөйөм суммаһы 400 млн һум тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығынан. Займдар бирелә башлаған да инде. 175 млн һум суммаға залогҡа 63 мең тонна иген тапшырылған. Баҡалы, Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан районы хужалыҡтары был схема буйынса әүҙем эшләй.
Залог операцияларының асылы ябай: аграрийҙар игенде операторға билдәле ваҡытҡа кире һатып алыу хоҡуғы менән билдәләнгән хаҡ буйынса тапшыра. Әгәр хужалыҡ уңышын 2012 йылдың 1 мартына тиклем ҡабат һатып алмаһа, иген операторҙа ҡала. «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһы залог килешеүҙәре үткәреү механизмы операторы булып тора, кредит линияһы Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостан бүлексәһе аша асылған.
Аккредитация үткән, шул иҫәптән коммерция структураларына ҡараған элеваторҙар залог игенен 2012 йылдың 1 мартына тиклем үҙҙәрендә бушлай һаҡларға йөкләмә алды. Игенде иң ышаныслы элеваторҙар һаҡлауға ала.
Игендең залог фонды республикала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса булдырыла. Уның күләме 530 мең тонна. Бюджет гарантияһына был маҡсатҡа 1,5 млрд һум заем средстволары йәлеп ителә. Был сара игенгә хаҡтар түбән булған осорҙа ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан — иген етештереүселәргә бындай ярҙам механизмын ғәмәлгә ашырған беренсе төбәк. Көҙгө баҫыу эштәре тамамланған осорҙа иген һатып алыу финанс ресурстар менән ҙур ҡыйынлыҡ кисергән ауыл халҡына ҙур ярҙам буласаҡ. Иген тапшырғандан алынған аҡса яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға, техниканы ремонтлауға, эш хаҡы түләүгә һәм башҡа ихтыяждарға китәсәк.
Аграрийҙарға ярҙам итеү тәжрибәһе менән башҡа төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын белдергән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика