05:02 (UTC+5), 28 Октября 2011

Башҡортостан һәм «Транснефть» компанияһы хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

"Башинформ" | фото: Андрей Старостин
27 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Транснефть» акционерҙар компанияһы президенты Николай Токарев Башҡортостан Республикаһы менән «Транснефть» акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ дүрт йылға иҫәпләнгән. Килешеүгә республика иҡтисадын үҫтереү, төбәк халҡының етешерәк йәшәүенә булышлыҡ итеү, Рәсәй һәм Башҡортостандың энергетик хәүефһеҙлеген нығытыу маҡсатында ҡул ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Килешеү ике яҡты ла табыш менән тәьмин итеүгә, корпоратив һәм төбәк мәнфәғәттәрен комплекслы иҫәпкә алыуға йүнәлтелгән. Документ магистраль нефть үткәргестәре һәм Рәсәйҙең нефть продукттары үткәргестәре менән идара итеүҙең берҙәмлеген һәм бөтөнлөгөн һаҡлау маҡсатында төҙөлгән. Килешеү сиктәрендә «Транснефть» компанияһы Башҡортостан территорияһында ғәмәлгә ашырылған социаль проекттарға ярҙам итәсәк.
Документҡа ярашлы, «Транснефть» акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2011 йылдан башлап «Транснефть» системаһы ойошмаларының Республиканың тупланма бюджетына 850 миллион һумдан кәм булмаған суммала һалым түләүен тәьмин итәсәк.
— Башҡортостан Республикаһы менән «Транснефть» компанияһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәләүсе килешеү 2015 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә буласаҡ, — тип аныҡлап үтте Рөстәм Хәмитов. — Республика биләмәһендә «Транснефть» компанияһының эре бүлексәләре эшләүен яҡшы беләбеҙ. Улар һәйбәт, тотороҡло эш алып бара, Рәсәй Федерацияһы ҡаҙнаһына ла, Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһына ла мул табыш килтерә. Был предприятиелар әлеге конфигурацияһында эшләйәсәк, тип билдәләнде.
— Был Килешеү – үҙ-ара хеҙмәттәшлек иткән арала барлыҡҡа килгән конструктив координация өлгөһө ул, — тине Николай Токарев. — Документ йыйылып киткән мәсьәләләрҙе хәл итәсәк, тип ышанам. Һәм ошондай документтың булыуы артабан атларға мөмкинлек бирә. Беҙҙең быға Саха (Яҡут) Республикаһы етәкселеге, төньяҡ Урал төбәктәре, Тверь, Брянск өлкәләренә бәйле матур миҫалдарыбыҙ бар. Был документтар һалым керемдәрен көйләү иҫәбенә бихисап социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итеү мөмкинлеге бирә.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика