Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Октябрь 2011, 14:13
Күмертау халҡы ҡала властары менән төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе
Күмертауҙа халыҡтың ҡала етәкселеге менән осрашыуы үтте. Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Пятки биҫтәһе халҡын, атап әйткәндә, урамдарға асфальт һалыу һәм яҡтыртыуға бәйле мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырған.
Аралашыу ике сәғәттән ашыу барған. Был арала власть вәкилдәре граждандарҙың бөтә һорауҙарына ла яуап бирергә тырышҡан.
Осрашыуҙа хакимиәттең структур бүлексәләренең, социаль хеҙмәттәрҙең, хоҡуҡ һаҡлау органдарының, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының 35 етәксеһе ҡатнашҡан.
Бынан алдараҡ Маяҡ, Ира, Иҫке Урал һәм Алексеевка тораҡтары халҡы менән дә ошондай уҡ аралашыу үткәрелгән.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
төҙөкләндереү
осрашыуҙар
Читайте нас