10:38 (UTC+5), 27 Октябрь 2011

Өфөлә Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумы асылды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының төп күргәҙмә майҙанында 27 октябрҙә Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумы асылды. Уны асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары — Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Урал Ураҡсин, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев ҡатнашты.
— Бындай форум үткәреү – Башҡортостандың төҙөлөш тармағы һәм күсемһеҙ милек индустрияһы өсөн мөһим ваҡиға. Быйыл республикала ике миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән, ипотека кредиты күләмдәре 2,5 тапҡырға артҡан. Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумы арҡаһында был һөҙөмтәләр арта ғына барасаҡ, тип ышанам, — тине форумды асыу тантанаһында Илшат Тажетдинов.
Форум сиктәрендә «Күсемһеҙ милек. Көҙ–2011» традицион күргәҙмә-йәрминкәһе үткәрелә, йәнә бай эш программаһы планлаштырылған. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Урал Ураҡсиндың фекеренсә, «төбәктәге иң мөһим һәм әһәмиәтле күргәҙмәләрҙең береһе был».
«Күсемһеҙ милек. Көҙ–2011» күргәҙмәһендә республика, Рәсәй һәм сит илдәрҙең төҙөлөш һәм күсемһеҙ милек баҙары өлкәһендәге алдынғы операторҙары үҙҙәренең объекттарын һәм хеҙмәттәрен тәҡдим итә. Бизнес-турҙарҙан, яңы объекттар һәм хеҙмәттәрҙе презентациялауҙан торған күсмә саралар өлөшө киңәйтелгән. Бынан тыш, профессионалдар өсөн һәр төрлө конференциялар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, халыҡ өсөн консультациялар, оҫталыҡ кластары һәм тренингылар үткәреләсәк.
Форум торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә һәм «Рәсәй граждандарына арзан һәм уңайлы торлаҡ» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыуға, 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы, «2011-2015 йылдарҙа Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө үҫешен дәртләндереү» республика программаһы үтәлешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ойошторолған.
— Форум темалары белгестәр өсөн ҡыҙыҡлы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев.
Төбәк-ара кимәлендәге сарала сығыштар һәм докладтарҙан торған ҙур пленар өлөш ҡаралған. Башҡортостан Хөкүмәтенең, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Федераль торлаҡ төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү фондының, урындағы үҙидара органдары вәкилдәренең һәм эшҡыуарҙарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Пленар ултырыштан һуң инвесторҙар, төҙөүселәр, төҙөлөш һәм күсемһеҙ милек баҙары операторҙары власть органдары һәм башҡа структуралар вәкилдәре менән аралаша аласаҡ. Ҡала халҡы өсөн төҙөлөш объекттарына бушлай күрһәтмә экскурсиялар ойоштороласаҡ. Турҙа ҡатнашыусылар был объекттарҙы үҙ күҙҙәре менән күрә һәм төҙөлөүсе торлаҡтың өҫтөнлөктәрен баһалай аласаҡ.
29 октябргә тиклем дауам итәсәк Форумдың ойоштороусылары булып Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Азимут» берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте сығыш яһаған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика