17:18 (UTC+5), 26 Октября 2011

Республиканың баш ҡалаһында сәнәғәт производствоһы индексы үҫә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә ҡала хужалығы һәм социаль өлкә тармаҡтары тотороҡло үҫә. Был хаҡта баш ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә сәнәғәт производствоһы индексы 108,5% тәшкил иткән. Транспорт средстволары һәм ҡорамалдар производствоһы (99,8%), нефть продукттары (96,9%), аҙыҡ-түлек продукттары (92,6%), шулай уҡ резина һәм пластмасс изделиелар (85,7%) етештереүҙән тыш иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрөндә лә сәнәғәт производствоһы индексының үҫеше күҙәтелә.
Ҡаланың ҙур һәм уртаса предприятиелары 375 млрд һумлыҡ үҙҙәре етештергән продукция тейәгән һәм эштәр башҡарған. Бында 2010 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 26 процентлыҡ үҫеш күҙәтелә. Туғыҙ айҙа ҙур һәм уртаса предприятиелар буйынса инвестициялар күләме 20,6 млрд һумды тәшкил иткән, 2010 йылдың ошо уҡ осорондағы кимәлгә ҡарағанда был күпкә артығыраҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика