11:02 (UTC+5), 26 Октября 2011

Өфөлә «Евро-Өфө-Азия-2011» мода форумы үтәсәк

Галина Бахшиева
2 һәм 3 ноябрҙә Өфөлә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында, «Текстиль һәм мода» XII махсус күргәҙмә сиктәрендә «Евро-Өфө-Азия – 2011» мода форумы үтәсәк.
Баш ҡаланың мода һәм матурлыҡ индустрияһы предприятиеларының абруйын арттырыу, производствоны заманаға ярашлы итеп үҫтереү, предприятиеларҙың ижади мөмкинлек потенциалын асыу, шулай уҡ халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә артабан бәләкәй бизнесты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу сараның төп маҡсаттары булып тора.
«Евро-Өфө-Азия» йыл һайын яңы исемдәр аса. Тамашасыларҙы авторлыҡ коллекцияларын күрһәтеү көтә, йәш дизайнерҙар, рәссам-модельерҙар һәм ҡайтанан асылған ательелар үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк. 2 ноябрҙә 15 сәғәттә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының өсөнсө ҡатында үтәсәк йомғаҡлау сараһы сағыу һәм ҡыҙыҡлы булыуға оҡшай.
Мода форумында ҡатнашасаҡ предприятиелар, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары, кейем тегеү буйынса ательелар, Башҡортостандың ирекле дизайнерҙары үҙ эштәрен тәҡдим итеп, заманса кейем тегеү предприятиеларының иғтибарын йәлеп итә аласаҡ, тип иҫәпләй сараны ойоштороусылар - Өфө хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика