11:39 (UTC+5), 25 Октября 2011

Өфөлә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Галина Бахшиева
22 ноябрҙә Өфөлә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Йәш өфөлөләрҙе эш менән тәьмин итеү, шулай уҡ йәштәрҙе бөгөнгө хеҙмәт баҙары шарттарына яраҡлаштырыу сараның төп маҡсаты булып тора.
Вакансиялар йәрминкәһен ойоштороусылар - Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм ҡаланың йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге. Ноябрҙә үтәсәк йәрминкә йәштәргә эш эҙләүҙә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән күп һанлы сараларҙың һуңғыһы булмаҡсы. Саралар араһында – бер нисә тапҡыр үткәрелгән «Йәштәргә эш!», «Карьера көнө» акциялары, шулай уҡ ваҡытлыса мәшғүллек буйынса йәрминкә, уларҙа, ғәҙәттә, меңдән алып мең ярымға тиклем йәштәр ҡатнаша.
Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса урынлашҡан Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үтәсәк. Башлана – 15 сәғәттә.
Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина һүҙҙәре буйынса, студенттар лекцияларын ҡалдырмайынса, сараға дәрестән һуң килә алһын өсөн, вакансиялар йәрминкәһе шулай һуң үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика