11:14 (UTC+5), 25 Октября 2011

Өфөлә «Таҙалыҡ индустрияһы – 2011» күргәҙмәһе асылды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Таҙалыҡ индустрияһы» IV махсус күргәҙмәһе асылды. Уның сиктәрендә тармаҡ белгестәре өсөн «Таҙалыҡ оҫтаһы-2011» конкурсы ла үткәреләсәк.
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш һәм яңы тәҫьораттар теләне.
— Әлеге сара ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн байрам булып тора, - тип билдәләне ул. – Башҡортостандың сауҙа, дөйөм туҡланыу, ял һәм күңел асыу индустрияһын үҫтереү өсөн ҙур потенциалы бар. Бөгөн сауҙа үҙәктәре, ресторандар, ҡунаҡханалар селтәре әүҙем үҫешә.
Өфөлә профессиональ таҙартыу техникаһы, инвентаре, гигиена һәм санитария тауарҙары, көнкүреш химияһы менән тәьмин итеүселәр үҙенең продукцияһын тәҡдим итә.
Күргәҙмәнең эш программаһы алдынғы брендтарҙың яңы продукциялар линияһын презентациялауҙы һәм практик демонстрациялар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
«Таҙалыҡ оҫтаһы-2011» конкурсында профессиональ таҙартыу өлкәһендәге уңыштар һәм алдынғы тәжрибә тәҡдим ителәсәк. Унда ошо тармаҡта эш иткән республиканың 7 компанияһынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән оҫталар ҡатнашыуы көтөлә.
«Таҙалыҡ индустрияһы-2011» конкурсы үҙ эшен 27 октябрҙә тамамлаясаҡ. Сараны ойоштороусылар - Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, республиканың Кулинарҙар ассоциацияһы, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика