10:58 (UTC+5), 25 Октября 2011

Башҡортостан таможняһы бюджетты 8 млрд 700 млн һумға тулыландырҙы

Ғәлиә Нәбиева
— Башҡортостан таможняһы федераль бюджетҡа 8 миллиард 705 миллион һум күсергән, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ведомство етәксеһе, полковник Валерий Бышовец.
Һөнәри байрамға — Рәсәй Федерацияһы таможня хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата ойошторолған журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостан таможняһы начальнигы туғыҙ айҙағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны.
Валерий Бышовец республика предприятиеларының тышҡы баҙарҙағы әүҙемлеге артыуын билдәләне. Быйыл тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашҡан 160 предприятиеға таможня рөхсәт биргән һәм декларация яһаған.
Республика хеҙмәте башлығы һүҙҙәренсә, тышҡы сауҙа әйләнеше төбәктә 2741 млн долларҙан ашҡан. Экспорт — 2283 млн (83,3%), импорт 458,2 млн доллар тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, тауар әйләнеше лә артҡан.
Шул уҡ ваҡытта белгестәр тауар экспортының ҡыҫҡарыуын һәм импорттың артыуын билдәләй. Мәҫәлән, сит илгә продукция сығарыу 4,2 процентҡа кәмегән, ә импорт 50 процентҡа тиерлек артҡан. Ведомствола әйтеүҙәренсә, был нефть эшкәртеүҙән алынған продукттарҙың төп өлөшөнөң 26 апрелдән үҙәк энергетика таможняһында декларацияланыуына бәйле.
Республиканың тышҡы сауҙаһы географияһы ла киңәйгән. Быйыл тағы өс ил менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырылған. Хәҙер Башҡортостандың донъялағы 95 илдә партнерҙары бар. Урында етештерелгән тауарҙар ҙур күләмдә Финляндияға, Нидерландтар, Ҡытай, АҠШ, Төркиәгә оҙатыла. Үзбәкстандан, Украина, Германия, Ҡытайҙан тауар ҡайтарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика