07:40 (UTC+5), 21 Октября 2011

Башҡортостан делегацияһы Вильнюста «Балтика текстиле һәм күне – 2011» XX халыҡ-ара күргәҙмәһе менән танышты

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан делегацияһы «Балтика текстиле һәм күне–2011» XX халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. Күргәҙмә йыл һайын Литва Республикаһының баш ҡалаһында үтә һәм Европа менән БДБ илдәре текстиль бизнесы эшҡыуарҙары өсөн төп осрашыу урыны булып тора. Унда 21 илдән 200-ҙән ашыу фирманың еңел сәнәғәт продукцияһы күрһәтелгән, белгестәр өсөн конференциялар, семинарҙар үткәрелгән, Балтика сауҙа маркаларының, дизайнер эштәре коллекцияларының презентацияһы ойошторолған. Делегация өсөн текстиль һәм кейем етештереүсе сәнәғәт предприятиеларына, сауҙа үҙәктәренә барыу, уларҙың продукцияһын презентациялау ҙа үткәрелгән.
Башҡортостандың эшлекле даирәһе вәкилдәре форумда Башҡортостан менән Литва араһында эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу һәм уларҙы үҫтереүҙе тикшерҙе, Литва предприятиелары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен билдәләне. Форум сиктәрендә «Рәсәй һәм Литва эшҡыуарҙары араһында хеҙмәттәшлек. Сауҙа мөнәсәбәттәрен үҫтереү» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте, унда БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Гүзәл Аҫылова һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлекле презентацияһын үткәрҙе.
Башҡортостан вәкилдәре берлектәге предприятиелар ойоштороу һәм еңел сәнәғәт продукциялары етештереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәрен барланы. Күргәҙмәне ойоштороусылар Башҡортостанға саҡырыу алды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика