12:48 (UTC+5), 21 Октября 2011

Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 17 мең тонна аҙыҡ-түлек һатылған

Ғәлиә Нәбиева
Алдағы ял көндәрендә көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре көтөлә. Баш ҡаланың бөтә райондарында ла сауҙа ойоштороласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, көҙгө йәрминкәләрҙә ҡала халҡы 17 мең тонна продукция һатып алған. Йәшелсәләргә хаҡтар төшөүен дауам итә. Әгәр сентябрь башында картуф 12 һумдан һатылһа, хәҙер икенсе икмәктең килоһы 7 һум тора. Сөгөлдөрҙөң килограмын 5 һумдан алырға мөмкин, кәбеҫтәнең хаҡы 10 һумдан 5 һумға төшкән. Ҡош итенә һәм башҡа төрлө иттәргә генә хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған. БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында, иткә хаҡтар ҡышҡы ит йәрминкәләре еткәс кенә төшәсәк, тип иҫәпләйҙәр.
Традицион сауҙа урындары түбәндәгесә: Дим биҫтәһендә йәрминкә рәттәре –Хәҡиҡәт урамындағы автомобиль юлының бер өлөшөндә, Калинин районында – «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа-сервис комплексы янындағы майҙанда, Мушников урамындағы 20-се йорт алдындағы майҙанда, «Шакша» сауҙа комплексы янындағы майҙанда, Гвардия – Йәшел урамы киҫелешендә урынлашасаҡ. Ауыл эшсәндәре продукцияһын «Беренсе ауыл хужалығы йәрминкәһе», «Юлдаш» экологик агромаркеты ла ҡабул итә.
Киров районында ҡала халҡын – элекке «Аврора» кинотеатры бинаһы алдындағы майҙанда, Ленин районында – Киров урамындағы «Баштехинформ» республика ғилми-техник һәм мәғлүмәт комплексы алдындағы майҙанда һәм «Тулҡын» скверы янында көтәләр.
Совет районында сауҙа – Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда, Октябрь районында – Спорт һарайы янында, «Гагарин» сауҙа-сервис комплексы алдындағы майҙанда, «Карауан» сауҙа-йәрминкә комплексында, Орджоникидзе районында Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда йәйелдереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика