11:46 (UTC+5), 20 Октября 2011

Урал аръяғы халҡы иртәгә терегөмөшлө иҫке лампаларҙы бушлай тапшыра аласаҡ

Галина Бахшиева
Йома, 21 октябрҙә, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының экомобиле Сибай һәм Баймаҡ халҡынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына тапшырырға ярамаған терегөмөшлө изделиеларҙы бушлай ҡабул итәсәк. Терегөмөшлө лампаларҙы йыйыу буйынса күсмә пункт Сибайҙың үҙәк майҙанында –10-дан 13 сәғәткә тиклем, Баймаҡта 15 - 17 сәғәттәрҙә эшләйәсәк.
— Экомобиль Урал аръяғы райондарына беренсе тапҡыр ғына юлланмай. Миҫал өсөн, күптән түгел Учалыла йөрөп ҡайтҡайныҡ, унда урындағы халыҡтың әүҙемлеген күрҙек. Учалыла бер көн булған арала беҙ сафтан сыҡҡан терегөмөшлө люминесцент һәм энергия һаҡлаусы 700-ләгән лампаны йыйып, утилләштереүгә тапшыра алдыҡ. Сибай менән Баймаҡта ла тәбиғәтте һаҡлау акцияһына иғтибар кәм булмаҫ, тип ышанабыҙ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика