Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2011, 16:37

Республикала 4 тонна урман ағастары орлоғо әҙерләнгән

Яҙ башланғанға тиклем Башҡортостанда республика питомниктарында ултыртыу өсөн алты тонна самаһы урман ағастары орлоғо әҙерләнәсәк.
— Бөгөнгө көндә төбәктә дүрт тонна самаһы урман орлоҡтары әҙерләнгән, шуларҙың яртыһынан күберәге – ылыҫлы ағастар орлоғо. Ҡалғандары – имән, ҡайын, йүкә орлоҡтары, — тине «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы тергеҙеү бүлеге баш белгесе Радик Ноғоманов.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республикала министрлыҡ ҡарамағындағы 113 питомник иҫәпләнә. Питомниктарҙың дөйөм майҙаны мең самаһы гектарға тиң, уларҙа 70 миллионға яҡын үҫенте үҫтерелә. Киләһе йылда яҙғыһын шуларҙың 30 миллионы Башҡортостандың урман хужалыҡтарында планлы ағас ултыртыуҙа файҙаланыласаҡ.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас