10:37 (UTC+5), 18 Октября 2011

Өфөлә XI Рәсәй энергетика форумы асылды

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин
Өфөнөң Спорт һарайында шишәмбелә XI Рәсәй энергетика форумы асылды. Уның сиктәрендә дүрт ҙур махсус күргәҙмә ойошторолдо. Улар араһында - «Урал энергетикаһы» һәм «Энергияны һаҡлау», «Кабель.Сымдар.Арматура» һәм «Электр һәм яҡтылыҡ техникаһы-2011».
Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Макаров һәм башҡалар ҡатнашты.
Марат Мөлөков һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иҡтисадын үҫтереүҙә энергетика форумы мөһим сара булып тора.
— Бөгөн бында энергетика өлкәһенең иң яҡшы вәкилдәре йыйылған, - тине ул. – Форум яңы инновацион юлдар табырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Сараның әһәмиәтлелеген Юрий Пустовгаров та һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Форум беҙҙең бизнес берләшмәләре өсөн бик мөһим, - тип билдәләне республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы. – Иҡтисадты үҫтереү өсөн энергияны һаҡсыл тотонорға кәрәк. Беҙ быға һәр яҡлап булышлыҡ итәсәкбеҙ.
Форумда Рәсәйҙең 20 төбәгенән, Германия, Ҡытай, Корея, Белоруссиянан йәмғеһе 135 предприятие ҡатнаша. Башҡортостан исеменән 24 предприятие сығыш яһай.
Эшлекле программа сиктәрендә «Инновацион технологиялар һәм энергетика ҡорамалдары», «Энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу. Проблемалар һәм уларҙы хәл итеү» конференциялары, «Энергетика өлкәһе белгестәрен әҙерләү: традициялар, проблемалар, перспективалар» түңәрәк өҫтәле үтәсәк.
Йола буйынса «Урал энергетикаһы-2011» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе сиктәрендә иң яҡшы технологияға, ҡорамалға, продукцияға һәм фәнни эшләнмәләргә конкурс уҙғарыласаҡ. Бынан тыш, «Мегаполис уттары» йорттарын эске һәм тышҡы яҡтан яҡтыртыуҙың иң яҡшы дизайн-проектына конкурс үткәреү планлаштырыла.
Форумды Башҡортостан күргәҙмә компанияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойоштора. Сара Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Рәсәйҙең Энергетика министрлығы һәм «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторола.
Форум 21 октябрҙә тамамланасаҡ.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика