Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.07
-1.31
97.45
-1.88
67.21
-0.23
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Октябрь 2011, 12:07

Сентябрҙә ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 52 млрд һумдан артты

Сентябрҙә ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше Башҡортостанда 52583,8 млн һум тәшкил иткән. Республика статистиктары беҙҙә бер айҙа күмпе аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатып алыныуын иҫәпләп сығарған. Дөйөм әйләнештең 49,7 процентын аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр тәшкил итеүе асыҡланған. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар өлөшөнә ваҡлап сауҙа итеү әйләнешенең 50,3 проценты тура килә. Шул уҡ ваҡытта фактик хаҡтарҙа иҫәпләгәндә, былтырғы йылдағы кимәлгә ҡарағанда 10,9 процентҡа күберәк һатып ала башлағандар, ә сағыштырмаса хаҡтарҙа – 3,9 процентҡа күберәк.
Быйылғы йылдың туғыҙ айында иһә ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше республикала 396 млрд 292 млн һумдан ашҡан.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: