Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Октябрь 2011, 14:33
Өфөлә «Таҙалыҡ индустрияһы» күргәҙмәһе көтөлә
25 октябрҙә Өфөлә «Таҙалыҡ индустрияһы» IV махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыла. Профессиональ таҙартыу техникаһы, инвентаре, гигиена һәм санитария тауарҙары, көнкүреш химияһы менән тәьмин итеүселәр үҙенең продукцияһын тәҡдим итәсәк. «Керхер», «Франсуа Терри», «Блеск Сервис», «Уют Сервис», «Полесье» кеүек билдәле фирмалар форумда ҡатнашырға теләк белдергән.
Күргәҙмәнең эш программаһы алдынғы брендтарҙың яңы продукциялар линияһын презентациялауҙы һәм практик демонстрациялар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, күргәҙмә сиктәрендә тармаҡ белгестәре өсөн традицион конкурс — «Таҙалыҡ оҫтаһы-2011» үтәсәк. Унда ошо тармаҡта эш иткән республиканың 7 компанияһынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән оҫталар ҡатнашыуы көтөлә.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
күргәҙмәләр
Читайте нас