10:24 (UTC+5), 13 Октября 2011

Гәзит-журналдарға 13 - 23 октябрҙә ташламалар менән яҙылырға мөмкин

Әлфиә Шәрәфетдинова
13 октябрҙә илдең бөтә төбәктәрендә лә гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһы старт алды. «Рәсәй почтаһы» һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары мөхәрририәттәре менән яҙғы һәм көҙгө яҙылыу кампанияһы сиктәрендә йылына ике тапҡыр үткәрелгән традицион акцияның төп маҡсаты - уҡыу мәҙәниәтен тәрбиәләү һәм баҫмаларҙың тиражын арттырыу. Ә ваҡытлы матбуғатты алдырыусылар өсөн был экономиялау мөмкинлеге лә: ун көн дауамында гәзит-журналдарға яҙылыу ташламалы хаҡтар менән башҡарыла.
«Башинформ» агентлығына БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ташлама каталогтағы хаҡтың 10 процентын тәшкил итәсәк. Рәсәй почтаһы иһә гәзит-журналдар ташыу буйынса хеҙмәттәргә ташламалар билдәләгән.
Башҡортостандың бихисап район һәм ҡалаларында 13 - 23 октябрҙә нәшриәтселәр һәм уҡыусыларҙың осрашыуҙары ойошторола. Миҫал өсөн, Өфөнөң Орджоникидзе районында иртәгә, 14 октябрҙә, «Матбуғатҡа яҙылыусы көнө» үткәреләсәк.
— Ҡала һәм республика баҫмалары вәкилдәре гәзит-журналдары хаҡында һөйләйәсәк һәм уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Ошонда уҡ льготалы хаҡтар буйынса 2012 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу ойоштороласаҡ. Иң әүҙемдәрҙе бүләктәр көтә, — тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Ваҡытлы матбуғатҡа барлыҡ почта бүлексәләрендә, шулай уҡ гәзит һәм журналдарҙың редакцияларында ла яҙылырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика