12:31 (UTC+5), 13 Октября 2011

Башҡортостан бөтә Рәсәй йәш биржасылар конкурсында абсолют еңеүсе булды

Әлфиә Шәрәфетдинова
Бөтә Рәсәй йәш биржасылар конкурсында Башҡортостан мәктәп уҡыусылары барлыҡ призлы урындарға лайыҡ булды. Йыл һайын үткәрелеүсе йәш финансистар бәйгеһе Финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәт һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағында уҙғарыла. Быйыл конкурс дүртенсе тапҡыр үткәрелде.
Конкурста ҡатнашыусылар бер ай дауамында тиерлек көс һынашты. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән килгән 300 бәйгесе араһынан Башҡортостан егет һәм ҡыҙҙары иң яҡшыларҙан булып сығыш яһаны. Беренсе урынды Бүздәк ауылынан Айҙар Чанышев яуланы, икенсе урында - Өфө мәктәбе уҡыусыһы Ангелина Позолотина. Ауырғазы районы Солтанморат ауылы егете Азат Зидханов иһә өсөнсө булды.
— Бүләкләү тантанаһы көн элгәре Стәрлетамаҡта булды, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Йәштәрҙең финанс операцияларҙы өйрәнеү үҙәге» йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Александр Мережко.
Еңеүселәргә планшет компьютерҙар тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика