17:51 (UTC+5), 13 Октября 2011

«АГРО-СМИ-2011» материалдар ҡабул итә башланы

Ғәлиә Нәбиева
«АГРО-СМИ-2011» конкурсына журналистарҙан материалдар ҡабул ителә башланы. Унда ҡатнашыу өсөн быйыл донъя күргән мәҡәләләрҙе, теле-, радиопрограммалар, интернет-баҫмаларҙағы эштәрҙе күрһәтергә кәрәк.
Киң мәғлүмәт саралары редакциялары, гәзит, теле-, радиокомпаниялар, интернет-порталдар редакциялары журналистары «АГРО–СМИ» конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла. Редакциялар араһында конкурста агросәнәғәт комплексын һәм Рәсәй ауылдарының социаль үҫешен яҡтыртыусы интернет-порталдар ҙа, мәғлүмәт агентлыҡтарының, гәзит-журналдарҙың, теле-, радиокомпанияларҙың сайттары ла ҡатнаша ала.
Смотр-конкурстың Гран-прийын алыусыларҙың, шулай уҡ лауреаттар һәм дипломанттарҙың исемдәре бүләкләү тантанаһында билдәле буласаҡ. Ул ноябрҙең өсөнсө декадаһында Волгоградта «АГРО–СМИ–2011» фестивале сиктәрендә үтәсәк.
«АГРО–СМИ» конкурсын «Рәсәй аграр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм Рәсәйҙең Аграр журналистары ассоциацияһы ойоштора. Конкурс Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы һәм Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында үтә.
«АГРО–СМИ» конкурсының положениеһы, заявка формаһы менән www.rad.su, www.agro-smi.ru сайттарында танышырға мөмкин.
Конкурсҡа материалдарҙы 21 октябргә тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте ҡабул итә. Бәйләнеш өсөн телефон: 272-62-21; электрон адрес: info@mshp.ufanet.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика