11:10 (UTC+5), 10 Октября 2011

Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә Башҡортостанда 4300 тонна продукция һатылған

Ғәлиә Нәбиева
Ял көндәрендә үткән йәрминкәләрҙә республиканың сайҙа майҙандарында 4300 тонна продукция һатылған. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 8-9 октябрҙә ауыл халҡы 154 тонна һыйыр ите, 89 тонна сусҡа ите, 27 тонна һарыҡ ите, 6 тонна йылҡы ите, 30 тонна ҡош ите һатҡан. Йәшелсәләр менән сауҙа итеү ҙә йәнле барған. Республика халҡы ҡышҡылыҡҡа ҙур запас эшләгән. 2,4 мең тонна картуф, 167 тонна кишер, 880 тонна һуған, 130 тонна сөгөлдөр, 423,2 тонна кәбеҫтә һатылған. 17 сентябрҙән алып үткәрелгән йәрминкәләр дауамында 12 мең тонна самаһы ауыл хужалығы продукцияһы һатылған.
Дәүләт комитеты белгестәре йәрминкә хаҡтарын анализлаған. Бер килограмм һыйыр ите өсөн йәрминкәләрҙә — 180-250 һум, сусҡа итенә — 150-200 һум, картуфҡа — 10-12 һум, һуған һәм кишергә — 13-14 һум, кәбеҫтәгә 8-10 һум һорағандар. Иң арзан картуф Учалы йәрминкәһендә тәҡдим ителгән — килоһы 7 һум, иң арзан кәбеҫтә Сибайҙа — 4,5 һум. Иң осһоҙ һуған, һарыҡ һәм ҡош ите Бәләбәйҙә һатылған: улар 7-11 һумдан, 150 һәм 65 һумдан тәҡдим ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика