Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Октябрь 2011, 14:31

Сибайҙа туризм өлкәһендә йәштәр башланғыстары форумы үтә

Бөгөн Сибайҙа туризм өлкәһендә йәштәр башланғыстары форумы үтә. Унда Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары, Силәбе, Ырымбур өлкәләре вәкилдәре һәм Башҡортостан туроператорҙары ҡатнаша.
Социаль-иҡтисади проекттарҙы, Башҡортостандың көньҡ-көнсығыш райондарында туризм өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән йәштәр башланғыстарын анализлау, шулай уҡ йәштәр башланғыстарын тотҡарлаусы һәм дәртләндереүсе факторҙарҙы асыҡлау форумдың төп маҡсаттары булып тора.
Форум программаһы сараларға бай: туристарға һәм ҡала ҡунаҡтарына сувенир продукцияһы йәрминкәһе ойошторолған, шулай уҡ экскурсиялар ҡаралған.
Сара һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы туристик проекттар һайланасаҡ, еңеүселәр грант аласаҡ.
Автор: Любовь Колоколова
Читайте нас