11:06 (UTC+5), 07 Октября 2011

Байрам алды йәрминкәләренә 40 райондан ылау киләсәк

Ғәлиә Нәбиева
Байрам алдынан ошо ял көндәрендә Өфөлә традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Баш ҡаланың 20 майҙанында йәнле сауҙа алып барыласаҡ. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалаға республиканың 40 районынан ауыл хужалығы етештереүселәре килергә тейеш. Киң ассортиментта үҙҙәре етештергән продукция, шул иҫәптән ит, һөт продукттары, картуф, йәшелсәләр, бал, он һәм ярма изделиелары, кондитер изделиелары һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк. Ике ял көнөндә йәрминкәгә ауыл хужалығы продукцияһын тейәгән 2045 автомобиль килеүе көтөлә.
Дим районында йәрминкә Хәҡиҡәт урамында ойошторола, унда шәмбе көндө Благовар районынан – 50, республиканың башҡа райондарынан 160 автомашина килергә тейеш.
Калинин районындағы йәрминкәләр Мушников урамындағы 20-се йорт алдында (Инорс), «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа комплексы алдындағы майҙанда, «Юлдаш» экологик агромаркеты янында, «Шакша» сауҙа комплексы янында һәм Гвардейская-Зеленая урамында ойошторола. Калинин районына ике көндә республика райондарынан 330 автомашина киләсәк.
Киров районында һатып алыусыларҙы элекке «Аврора» кинотеатры бинаһы алдында көтәләр. Бында шәмбе көндө Әлшәй районынан 200 автомашинанан торған ылау киләсәк.
Ленин районындағы сауҙа майҙандары Киров урамындағы 15-се һәм 29-сы һанлы биналар араһында, «Баштехинформ» республика фәнни-техник мәғлүмәт үҙәге алдында, Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында урынлашасаҡ. Бында 100 автомашинанан торған ылау килергә тейеш.
Орджоникидзе районында 365 автомобиль килеүе көтөлә. Шәмбелә Благовещен районы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре бер ылау булып Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанға киләсәк, төрлө райондарҙың 50 машинаһы ла ошонда буласаҡ.
Октябрь районында «Башҡортостан» сауҙа үҙәге, «Гагарин», «Каруан» сауҙа комплекстары алдында сауҙа йәйелдерелә. Октябрь районына йәмғеһе 530 автомашина килергә тейеш.
Совет районында йола буйынса йәрминкә Аграр университет ҡаршыһында, Йәштәр һарайы алдында үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика