12:18 (UTC+5), 06 Октября 2011

Быйыл көҙ Өфөлә 94 ауыл хужалығы йәрминкәһе үткән

Марина Шумилова
Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрен өфөлөләр яратып көтөп ала. Быйыл көҙ Өфөлә дөйөм алғанда 94 йәрминкә үткән, унда республиканың 46 районынан ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашҡан. Улар өсөн ҡалала 7830 сауҙа итеү урыны ойошторолған. Йәрминкәләрҙә 4 мең тоннанан ашыу картуф һәм йәшелсә, 300 тоннанан ашыу ит, 300 тоннаға яҡын бал һатылған.
— Иҫ китмәле ажиотаж, - тип билдәләне матбуғат конференцияһында ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев. – Һуңғы ике йыл эсендә - был райондарҙың йәрминкәләрҙә иң әүҙем ҡатнашҡан ваҡыты. Көҙгө йәрминкәләргә ете меңдән ашыу машина килгән. Беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре 229 миллион һумға продукция һатҡан.
Павел Качкаев картуфҡа, йәшелсәгә, балға, ҡош итенә хаҡ төшөүен билдәләне. Ул, ауыл халҡының йәрминкәләргә ҡыҙыҡһыныуы кәмемәҫ, һәм өфөлөләр кәрәкле ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин ителер, тигән ышанысын белдерҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика