07:01 (UTC+5), 06 Октябрь 2011

«Алтын көҙ-2011» күргәҙмәһендә Башҡортостандың 81 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнаша

Ғәлиә Нәбиева
Мәскәүҙә Рәсәйҙең төп аграр форумы — 13-сө «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһе эшләй башланы. Уны рәсми асыу тантанаһы йомаға, 7 октябргә. планлаштырылған.
Башҡортостан аграрийҙары был сарала даими ҡатнаша. Был юлы үҙенең продукцияһын республиканың 81 ауыл хужалығы предприятиеһы тәҡдим итәсәк. Был «Рощинский», «Алексеевка» совхоздары, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, «Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт ғилми учреждениеһы, Башҡортостандың ауыл хужалығын консультациялау үҙәге, «Башсельхозтехника», «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиелары, Шишмә районының «Новая заря» крәҫтиән-фермер хужалығы һәм башҡалар.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың экспозицияһы 148 кв. метр майҙанды биләй. Ҡунаҡтар бында республикала етештерелгән бөтә төр ауыл хужалығы продукцияһы менән таныша аласаҡ. Урындағы етештереүселәр колбаса һәм ит изделиелары, минераль һыуҙар, шарап-араҡы, һөт һәм икмәк-ҡалас продукттарын, бал һәм башҡа төрлө тауарҙарҙы күргәҙмәгә сығарған. Милли ризыҡтар айырым урын алған.
Күргәҙмә 10 көн дауам итәсәк. Быйыл унда донъяның 32 иленән 2500-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнаша. 57 төбәк Рәсәй данын яҡлай. Дөйөм экспозициялар майҙаны 90 мең кв. метр самаһы тәшкил итә.
Бынан тыш, «Алтын көҙ» дауамында 16 тармаҡ конкурсы, шул иҫәптән «Иң яҡшы ғаилә малсылыҡ фермаһы» һәм «Иң яҡшы ярҙамсы хужалыҡ» кеүек яңы номинациялар буйынса конкурстар үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика