12:12 (UTC+5), 04 Октября 2011

Башҡортостан «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

Любовь Колоколова
6 октябрҙән 16-һына тиклем, ун көн дауамында, Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә XIII «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе үтәсәк. Уны рәсми асыу тантанаһы 7 октябргә билдәләнгән.
Быйылғы күргәҙмәлә 32 илдән 2500-ҙән ашыу предприятие һәм ойошмалар ҡатнашасаҡ. Рәсәй данын 57 төбәк предприятиелары яҡларға йыйына. Экспозициялар дөйөм алғанда 90 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды тәшкил итәсәк.
Башҡортостанға 148 квадрат метр бүленгән, республика стендында агросәнәғәт комплексының 81 предприятиеһы күрһәтеләсәк, улар араһында «Башҡортостан Һөтсөлөк союзы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Аллат» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Бәләбәй һөт комбинаты», «Ҡарламан шәкәре», «Баҡалыһөт», «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Туймазы районының «Ҡушбүләк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте крәҫтиән хужалығы, «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһы, «Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт ғилми учреждениеһы, «Красный ключ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм башҡалар бар. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Алтын көҙ» экспозицияһы биш павильонда, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең Төп аллеяһында һәм Сәнәғәт майҙанында урынлашасаҡ. Рәсәй һәм сит илдәрҙең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре ауыл хужалығы машиналарына бәйле яңы эшләнмәләрҙе, үҫемлекселек технологияларын, альтернатив энергетикалағы инновацияларҙы, малсылыҡ өлкәһендәге өр-яңы ҡорамалдарҙы, ветеринария препараттарын, мал аҙығы, генетика һәм тоҡомсолоҡ эшендәге һуңғы ҡаҙаныштарҙы, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлектәрҙе тәҡдим итәсәк.
«Алтын көҙ-2011» күргәҙмәһенең эш программаһы агросәнәғәт комплексының көнүҙәк проблемаларын һәм донъялағы һуңғы иҡтисади тенденцияларҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. «Таможня союзы – агросәнәғәт комплексының конкуренцияға һәләтлелеге гаранты» агрофорумы күргәҙмәләге үҙәк ваҡиға буласаҡ. «Алтын көҙ» сиктәрендә тағы бер мөһим сара - «Рәсәй агросәнәғәт комплексын инновацион йәһәттән үҫтереүҙә йәштәрҙең роле» кеүек традицион йәштәр форумы ла ойоштороласаҡ.
Ойоштороу комитеты мәғлүмәте буйынса, күргәҙмә сиктәрендә ауыл хужалығының көнүҙәк проблемалары буйынса конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, Рәсәй һәм сит илдәрҙең алдынғы эксперттары, сәйәсмәндәр һәм эшлекле даирә вәкилдәре ҡатнашлығындағы практик семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре кеүек 60-тан ашыу сара үткәрелеүе көтөлә.
Бынан тыш, «Алтын көҙ» дауамында 16 тармаҡ конкурсы, шул иҫәптән «Иң яҡшы ғаилә малсылыҡ фермаһы» һәм «Иң яҡшы ярҙамсы хужалыҡ» кеүек яңы номинациялар буйынса конкурстар үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика