08:47 (UTC+5), 03 Октября 2011

Рөстәм Хәмитов Бәләбәй предприятиеларында булды

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
1 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Бәләбәй районында булды.
Бәләбәй районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты «Почет билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Предприятие 1932 йылда булдырылған. Һөт эшкәртеү һәм һөт аҙыҡтары етештереү комбинат эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып тора. 2011 йылдың 1 сентябренә ҡарата оҙатылған продукция күләме 1 миллион 300 мең һум тәшкил иткән. Предприятиела йәмғеһе 500-ҙән ашыу кеше эшләй, уртаса эш хаҡы – 17 мең һум.
Һуңғы өс йыл эсендә һөт комбинатында технология процестары яңыртылған. Был маҡсаттарҙа ҡулланылған инвестицияларҙың дөйөм күләме 515 миллион һумдан артҡан. Бынан тыш, ағымдағы йылдың аҙағына тиклем предприятие сырҙарҙы фасовкалау буйынса 80 миллион һумлыҡ ике автоматлаштырылған линия алырға планлаштыра. Киләсәктә бында сырҙарҙың яңы төрҙәрен етештерергә уйлайҙар.
Башҡортостан Президенты комбинаттың етештереү майҙансыҡтарын ҡараны. Заманса һәм Рәсәйҙә уникаль булған ҡорамаладар менән йыһазландырылған яңы сыр етештереү цехында Рөстәм Хәмитов сыр етештереүҙең тулы циклы менән танышты. Бынан һуң республика башлығы продукцияны төрөү участкаһында, сыр һаҡлау бинаһында һәм башҡа участкаларҙа булды.
Шулай уҡ Бәләбәйҙә Рөстәм Хәмитов "Бәләбәй "Автонормаль" заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятиеға 1971 йылда нигеҙ һалынған. Уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – автомобиль сәнәғәте өсөн беркетеү изделиелары һәм тулы цикллы пружиналар етештереү. Ағымдағы йылдың аҙағына тиклем бында 4,8 миллиард һумға йәмғеһе 44,8 мең тонна беркетеү изделиелары етештереү планлаштырыла.
Һуңғы йылдарҙа предприятиела бер нисә эре инвестицион проект тормошҡа ашырылған. Техник үҫешкә ҡулланылған инвестицияларҙан тыш, 160 миллион һумдан ашыу аҡсаны завод социаль өлкәгә, атап әйткәндә бассейнлы спорт-һауыҡтырыу комплексын төҙөүгә йүнәлткән.
Производствоны диверсификациялау сиктәрендә быйыл нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары өсөн етештерелгән продукция исемлеген үҙләштереү һәм киңәйтеү буйынса эштәр алып барыла.
«БелЗАН»да йәмғеһе 5600 кеше эшләй. Уларҙың уртаса эш хаҡы 14 мең һумдан аша.
Предприятиела Рөстәм Хәмитов завод цехтарын ҡараны һәм изделиелар етештереү технологиялары менән танышты.
Башҡортостан Президенты предприятиела ҡул менән эшләүҙең ҡайһы саҡта урынһыҙ булыуын, ҡайһы бер участкаларҙа эште автоматлаштырырға мөмкин булыуын билдәләне. Рөстәм Хәмитов завод етәкселегенә артабан производствоны яңыртыу юлдары хаҡында уйларға тәҡдим итте, тип хәбәр итә республика Президентының матбуғат хеҙмәте.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика