07:43 (UTC+5), 03 Октября 2011

Өфөләге күсемһеҙ милек күргәҙмәһендә сит ил компанияларының ҡатнашыуы көтөлә

Рәсүл Хәмиҙуллин
«Азимут» күсемһеҙ милек буйынса берҙәм дәүләт хеҙмәте делегацияһы Ҡаҙанда көҙгө төҙөлөш форумында ҡатнашты. Уның сиктәрендә «Торлаҡ», «Татарстанда күсемһеҙ милек йәрминкәһе» һәм«Торлаҡ һәм ҡоролмаларҙың инженерлыҡ коммуникациялары» кеүек өс күргәҙмә үтте.
«Азимут» берҙәм дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумдың ҡайһы бер ҡатнашыусылары сит илдәрҙең күсемһеҙ милке буйынса үҙенең хеҙмәттәрен 27 - 29 октябрҙә Өфөлә үтәсәк «Күсемһеҙ милек. Көҙ-2011» XVII күргәҙмә-йәрминкәһендә лә тәҡдим итәсәк. Мәҫәлән, ҙур төрөк компанияһы күргәҙмәгә килгәндәргә Аланья территорияһындағы апартаменттарҙы, шулай уҡ виллалар, ер участкалары, коммерция күсемһеҙ милкен һатып алыу һәм уны шәхси милек итеп теркәү буйынса уникаль тәҡдим әҙерләй. Квалифицикациялы белгестәрҙән инвестициялар һалыу мәсьәләһендә консультациялар алырға, улар тәҡдим иткән фатир һәм йорттар менән танышырға мөмкин буласаҡ.
Бынан тыш, бюджет торлаҡ, коммерцияға ҡараған күсемһеҙ милек һатып алыу, килешеүҙәрҙе юридик яҡтан оҙата барыу мөмкинлеге лә ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика