Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Октябрь 2011, 15:32

Башҡортостан Сингапур менән мәғлүмәтләштереү өлкәһендәге бәйләнештәрҙе үҫтерергә ниәтләй

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков VI Рәсәй-Сингапур эшлекле форумында ҡатнашты.
Форумда Рәсәй, БДБ илдәре һәм Азия-Тымыҡ океан төбәгенең эшлекле даирәләре вәкилдәре араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан электрон хөкүмәт һәм төбәкте мәғлүмәтләштереү өлкәһендә Сингапур иҡтисади үҫеш агентлығы менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Йәнә Башҡортостан технопарктарында көньяҡ-көнсығыш Азияның инновацион компанияларын урынлаштырыу өсөн Сингапур идара компанияһын йәлеп итеү мәсьәләһе ҡарала.
Яҡын арала Өфөгә аныҡ проекттарҙы тикшереү өсөн Сингапурҙан делегация килеүе көтөлә.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: