18:25 (UTC+5), 30 Сентября 2011

«Күсемһеҙ милек. Көҙ-2011» күргәҙмәһендә кредитлау программалары буйынса семинар үткәреләсәк

27 октябрҙә Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының күргәҙмә майҙанында «Күсемһеҙ милек. Көҙ-2011» күргәҙмә-йәрминкәһе асыласаҡ. Уның сиктәрендә бер нисә ҙур семинар үтеүе көтөлә. Улар иҫәбендә халыҡ өсөн ойошторолған «Ипотека һәм банк продукттары ярҙамында нисек торлаҡ һатып алырға?» тип аталғаны ла бар. Торлаҡ баҙарындағы кредитлау программаларын өйрәнеүҙә халыҡҡа ярҙам итеү - уның төп маҡсаты.
Теләге булған һәр кем банк белгестәренән бушлай консультация ала аласаҡ, уңайлы ипотека программаһын нисек дөрөҫ һайларға кәрәклеге хаҡында беләсәк һәм әле ғәмәлдә булған кредитлау программаларының сағыштырмаса характеристикаларын өйрәнә аласаҡ. Эре банк вәкилдәренең докладтар менән сығыш яһауы ла көтөлә.
Бынан тыш, күргәҙмәлә «Һеҙҙең йорт өсөн» проекты тәҡдим ителәсәк. Күсемһеҙ милек буйынса «Азимут» берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте мәғлүмәте бууйынса, унда архитекторҙар, кадастр инженерҙары, дизайнерҙар, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса белгестәр, төҙөлөш тауарҙары, шәхси торлаҡ йорттар һәм фатирҙарҙы төҙөкләндереү өсөн ҡорамалдар етештереүсе һәм улар менән тәьмин итеүсе компаниялар ҡатнашасаҡ.
Күргәҙмәгә килеүселәр төҙөлөш, бинаны ҡайтанан планлаштырыу, фатир ремонтлау, интерьерҙың дизайнын үҙгәртеү, шулай уҡ йорт яны территорияһын төҙөкләндереү буйынса файҙалы мәғлүмәт ала аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика