12:28 (UTC+5), 29 Сентябрь 2011

Өфөлә торлаҡҡа ташламалы займдар бирелә башланы

Галина Бахшиева
Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды йылына һигеҙ процент менән 10 йылға ташламалы займдар бирә башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был программа әле Баймаҡ, Белорет, Дәүләкән, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Учалы һәм Яңауыл ҡалаларында, шулай уҡ Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош, Өфө, Шишмә һәм Тәтешле райондарында эшләп килә.
«БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүәт унитар предприятиеһында баш ҡаланың төрлө райондарында льготалы займдар менән һатыу өсөн 70 фатир бүленгән. Мәҫәлән, Орджоникидзе районында Лев Толстой, Горький, Ульяновтар һәм Ҡулса урамдары менән сикләнгән 12-се кварталдағы 2Б һанлы йорттан 10 фатир һатыласаҡ. Калинин районында, Инорс биҫтәһендә, Баландин урамы, 7Б һанлы йорттан 19 фатир бүленгән. Киров районының С.Перовская, Эшсе хәбәрселәр, Высотная һәм Кавказ урамдары менән сикләнгән Йүрүҙән биҫтәһенән, 7-се, 23-сө торлаҡ йорттарҙан, дөйөм алғанда 41 фатир һатыласаҡ.
Фондта аңлатыуҙарынса, льготалы займды юллау өсөн ҡаланың район хакимиәтенең торлаҡ бүлеү һәм торлаҡты иҫәпкә ҡуйыу бүлегенә мөрәжәғәт итеп, займ алыуға ғариза яҙырға кәрәк. Өфөләге (347) 22-99-161 телефоны аша Фонд белгестәренә консультациялар һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика