06:57 (UTC+5), 28 Сентября 2011

Республика баш ҡалаһында Башҡортостандың иң яҡшы йәш эшҡыуарҙары тәбрикләнәсәк

Любовь Колоколова
23 ноябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында йыл һайын бирелеүсе «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы йәш эшҡыуары» премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы уны икенсегә үткәрә.
Йыл һайын тапшырылыусы премияның төп маҡсаттары араһында – илдә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү һәм ярҙам итеү; йәштәр эшҡыуарлығы ҡаҙаныштарын асыҡлау, дәртләндереү, пропагандалау; эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тәжрибәһен популярлаштырыу; йәмғиәттә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хаҡында ыңғай фекер тыуҙырыу; эре һәм урта бизнес, киң йәмәғәтселек вәкилдәрен, потенциаль инвесторҙарҙы бәләкәй бизнес мөмкинлектәренә һәм проблемаларына йәлеп итеү.
— Иң яҡшы йәш эшҡыуарҙы билдәләү инициативалы йәш кешеләргә үҙ эштәрен булдырғанда үҙҙәрен ышаныслыраҡ тойорға ярҙам итәсәк. Сөнки улар алдында өлгө булырлыҡ лайыҡлы кешеләр сығыш яһаясаҡ, - тине «Башинформ» агентлығына Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Илдар Сөйөшев.
Өҫтәп китәйек, эш программаһы «Йәштәр эшҡыуарлығы проблемалары һәм перспективалары» конференцияһын, «Тайм-менеджмент» һәм «Дәүләт һатып алыуҙары» семинарҙарын, «Кредитлау. Страховкалау. Хәүефһеҙлек» күргәҙмәһен, «Idea!» бизнес-проекттар йәрминкәһен үҙ эсенә ала.
Көндөң икенсе яртыһында йәш эшҡыуарҙарҙы бүләкләү тантанаһы һәм Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары концерты буласаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Ойоштороу комитеты телефоны: (347) 299-11-00.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика