06:48 (UTC+5), 28 Сентября 2011

Башҡортостанда экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре тикшереләсәк

Галина Бахшиева
Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығында 27 октябрҙә «Башҡортостан республикаһы экологияһы. Уның торошо, проблемалары һәм перспективалары» темаһына кәңәшмә үткәреләсәк. Төбәктәге экология мәсьәләләре өсөн яуаплы белгестәр, йәмәғәт берекмәләре етәкселәре унда ҡатнашыуға саҡырыла.
Кәңәшмәнең төп маҡсаты — йәмәғәт ойошмаларының экология өлкәһендәге уңышлы тәжрибәһен яҡлау һәм уны таратыу. Кәңәшмәлә берлектәге эшмәкәрлек дауамында асыҡланған экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү планлаштырыла. Ошонда уҡ контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген алып барыу шарттарында йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләһе лә ҡараласаҡ. Ултырышта ҡатнашыусыларҙы йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәһендә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын асыҡлауға йүнәлтелгән уңышлы социаль технологиялар менән таныштырасаҡтар. Бынан тыш, кәңәшмә сиктәрендә республикалағы экологик проблемаларҙы хәл итеүгә йәштәр потенциалын йәлеп итеү программаһы тикшереләсәк, тип хәбәр итә Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Кәңәшмәлә һөҙөмтәле эшмәкәрлек тәжрибәһен тәҡдим итеүҙән тыш, төбәк экологияһы мәсьәләләре буйынса тәжрибә уртаҡлашырға, методикалар, ойоштороу формалары, тематика һәм концепциялар менән алмашырға мөмкин.
Кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн докладтар темаһын һәм материалдарҙы 20 октябргә тиклем prirodnadzor_rb@ufanet.ru электрон адресына ебәреү мотлаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика