Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Сентябрь 2011, 11:28

Башҡортостанда социаль туризм программаһы старт алды

Башҡортостанда Республика Хөкүмәтенең 2011 йылдың 29 апрелендәге ҡарары менән (23 сентябрҙәге үҙгәрештәр менән) раҫланған социаль туризмды үҫтереү республика маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла башланы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың аҙағында Башҡортостанда социаль туризм республика программаһын әҙерләү ҡарары ҡабул ителгәйне. Был пилот проектын тормошҡа ашырыу инициативаһын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы барышында Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев хупланы.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда социаль туризмды үҫтереү программаһы ҡабул ителгән, уны финанслау күләме 2011 йылда 36,9 миллион һум тәшкил итә. Әлеге йылдың аҙағына тиклем программа менән республика биләмәһендә йәшәүсе өс меңгә яҡын пенсионер һәм инвалид файҙалана аласаҡ.
Программа менән туристик путевкалар хаҡының 70 процентын түләү өсөн бюджет средстволары иҫәбенә пенсионерҙарға һәм инвалидтарға субсидия биреү планлаштырыла, әммә бер путевкаға 11 мең 100 һумдан да артыҡ түләнмәйәсәк.
Программала Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән һәм йәшәгән граждандар ҡатнаша ала: «Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсиялары тураһында» Федераль законына ярашлы хеҙмәт пенсияһын алыу хоҡуғына эйә 60 йәшкә еткән ир-аттар һәм 55 йәштән үткән ҡатындар, шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында» Федераль законына ярашлы инвалид тип иҫәпләнгән граждандар.
Ағымдағы йылда социаль турҙар маршруттары буйынса 3000 путевка һатыласаҡ. Уларҙы бүлеү тәртибе республика буйлап турҙар өсөн путевкаларҙың дөйөм һанының – 60 процентын (1800), Рәсәй Федерацияһы буйлап турҙар өсөн – 30 процентын (900), сит илдәр буйлап турҙар өсөн 10 процентын (900) субсидиялау күҙаллана.
Программаны тормошҡа ашырыу киләһеләрҙе күҙ уңында тота: республикала йәшәгән пенсионерҙар һәм инвалидтар һанынан сығып, Башҡортостандың һәр муниципаль берәмегенә туристик путевкалар һаны буйынса квоталар бүлеү; программала ҡатнашыу өсөн пенсионерҙар һәм инвалидтар тарафынан заявка биреү тәртибе һәм путевкаларҙы сират буйынса биреү; пенсионерҙарҙың һәм инвалидтарҙың туроператорҙарҙан туристик продуктты үҙҙаллы һайлау.
Билдәләп үтергә кәрәк, туроператорҙар социаль турҙар ойоштороу буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрен индерҙе лә инде.
Туристик путевкалар алыу өсөн заявкалар йәшәү урыны буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары менән бөгөндән алып ҡабул ителә.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: