Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Сентябрь 2011, 16:56

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй Урмансылар йәмғиәте съезында ҡатнаша

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй Урмансылар йәмғиәтенең V съезы һәм мәктәп урман хужалыҡтарының Бөтә Рәсәй съезы эшендә ҡатнаша. Икеһе лә быйыл Ҡазанда үткәрелә. Съезд программаһында – урман хужалығының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү, шулай уҡ Татарстандың бер нисә урман хужалығы объекттарына барыу.
Рәсәй Урмансылар йәмғиәте съезында илдең 79 төбәгенән 135 делегат ҡатнаша. Башҡортостан исеменән Рәсәй Урмансылар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Марат Ғәбитов һәм Бәләбәй урман хужалығы етәксеһе Памир Ғәлимов сығыш яһай.
Рәсәй Урмансылар йәмғиәтенең V съезы менән бер юлы Татарстандың баш ҡалаһында мәктәп урман хужалыҡтарының Бөтә Рәсәй съезы ла үтә, унда илдең 55 төбәгенән 328 делегат ҡатнаша. Башҡортостан исеменән сарала республиканың ике иң яҡшы мәктәп урман хужалығы уҡыусылары, Туймазы урман хужалығы етәксеһе Рафаил Фәррәхов ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Белешмә өсөн. Мәктәп урман хужалыҡтары – Рәсәйҙә тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҙур үҫмерҙәр хәрәкәтенең береһе. Илдә өс меңдән ашыу мәктәп урман хужалығы булдырылған, уларҙа яҡынса 100 мең уҡыусы иҫәпләнә.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: