14:39 (UTC+5), 26 Сентябрь 2011

Дөйөм ҡала өмәһе Өфөлә 120 мең кешене йыйҙы

Галина Бахшиева
24 сентябрҙә үткән дөйөм ҡала өмәһендә Өфөлә 120 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына дүрт мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелде.
— Был көндө сүп-сарҙан таҙартылған урам-юл селтәрҙәренең майҙаны - туғыҙ миллион квадрат метр самаһын, урман парктары һәм скверҙарҙыҡы 1 миллион 300 мең «квадратты» тәшкил итте. Бынан тыш, дөйөм ҡала өмәһендә ҡатнашыусылар 10 миллион квадрат метр самаһы майҙанда кварталдар араһы территорияларын, өс меңдән ашыу квартал араһы юлдарын һәм тротуарҙарҙы сүп-сарҙан таҙаланы, дүрт мең погон метрҙан ашыу ҡойманы һәм мең «квадраттан» ашыу фасадтарҙы ремонтланы. Ошо уҡ көндө республиканың баш ҡалаһында өс меңләп ҡыуаҡ һәм ағастар ултыртылды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производсто-техник бүлеге баш белгесе Игорь Аристов.
Бынан бер көн алда, шулай уҡ биләмәләрҙе таҙалау һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә үткән санитар йомала, 43 меңгә яҡын өфөлө ҡатнашҡан. 550-нән ашыу махсус техника берәмеге файҙаланылған. Ике мең кубометрҙан ашыу сүп-сар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика