06:53 (UTC+5), 23 Сентября 2011

Рөстәм Миңлеханов: «Беҙ Башҡортостан һәм Татарстан базаһында ҡеүәтле кластер ойоштороу бурысын ҡуябыҙ»

Ғәлиә Нәбиева
— Үҙенең менталлеге, йәшәү рәүеше, йолалары һәм дине буйынса ла Татарстан менән Башҡортостандан көслөрәк субъекттар юҡ,- тип белдерҙе Башҡортостан делегацияһының күрше республикаға рәсми визиты йомғаҡтары буйынса үткән брифингыла Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.
Татарстан Президенты ике республиканың төп тармаҡтарының һәм министрлыҡтарының бергә эшләй башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Бынан тыш, беҙ Рөстәм Зәки улы менән күләмлерәк мәсьәләләрҙе лә ҡарайбыҙ, — тине Рөстәм Миңлеханов. - Башҡортостан һәм Татарстан — Рәсәйҙең нефть химияһы үҙәктәре, һәм был үҙәктәрҙе үҫтереү мөһим. Уларҙың артабанғы үҫеше күп осраҡта сеймал менән тәьмин итеүҙән торасаҡ.
Татарстан Президенты, ике туғандаш республика территорияһы аша үткән продукт үткәргесен тергеҙеү Татарстан менән Башҡортостан базаһында донъя кимәлендәге ҡеүәтле кластер ойошторорға мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Татарстан Президенты журналистарға әле тормошҡа ашырылған берлектәге проекттар хаҡында, атап әйткәндә, «КамАЗ»дың бер нисә Башҡортостан предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләне.
— Был мәсьәләлә тулыһынса аңлау, яҡлау таптыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Татарстан башлығы.
Ул йәнә Башҡортостандағы коллегалар тәҡдим иткән IT-ҡорамалдар эшләнмәләрен билдәләп үтте.
— Был өр-яңы эшләнмәләр һәм уларға беҙ етди иғтибар бирәсәкбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Миңлеханов. — Беҙҙең йәһәттән халыҡҡа күрһәтергә тейешле IT-класындағы бихисап хеҙмәттәр бар.
Татарстан Президенты электрон карта буйынса пилот проекты сиктәрендәге күләмле эшләнмәләрҙе лә билдәләп китте.
— Мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә берлектәге ҡыҙыҡлы пландар бар. Йүнәлештәр күп һәм улар барыһы ла үҫтереләсәк, — тип ышандырҙы Рөстәм Миңлеханов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика