11:38 (UTC+5), 23 Сентябрь 2011

Өфөлә «Урал сәнәғәт форумы» үтәсәк

Любовь Колоколова
27 -30 сентябрҙә Өфөнөң Спорт һарайында «Урал сәнәғәт форумы» үткәреләсәк, уның сиктәрендә «Иретеп йәбештереү һәм контроль», «Металл эшкәртеү», «Энергетика һәм ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу», «Ағас эшкәртеү», «Нефтегазсервис» кеүек төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәләр үтәсәк. Форумда Рәсәйҙең 50-гә яҡын етештереүсе һәм сеймал менән тәьмин итеүсе предприятиеларының ҡатнашыуы көтөлә.
Сәнәғәт форумы БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Урал буйы экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе идаралығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге менән ойошторола. «СВАРТЭКС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Санкт-Петербург һәм Төньяҡ-көнбайыш төбәктең иретеп йәбештереүселәре альянсы, «Санкт-Петербург Сертификациялау үҙәге» коммерциялашмаған партнерлығы уға булышлыҡ итәсәк.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә иретеп йәбештереү ҡорамалдары һәм материалдары, контроллек итеү средстволары, металл, ағас эшкәртеү һәм диагностикалау ҡорамалдары, станоктар һәм инструменттар, энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологияһы һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк.
Сарала ҡатнашыусылар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ульяновск, Яр Саллы, Ырымбур, Волгоград, Магнитогорск, Өфө, Салауат предприятиелары бар.
Бер үк ваҡытта күргәҙмә сиктәрендә «Свартэкс» йәмғиәте территорияһында Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең иретеп йәбештереүселәренең бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика