10:32 (UTC+5), 22 Сентябрь 2011

Стәрлетамаҡта төҙөлөш сәнәғәтен үҫтереү перспективалары тикшереләсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
23 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылы Мәҙәниәт йортонда аҙ даналы стена материалдары етештереүсе предприятиеларҙың республика кәңәшмәһе үтәсәк. Унда төҙөлөш материалдары етештереүсе урындағы ойошма етәкселәре, тармаҡ белгестәре һәм эксперттары ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, съезда 2011 йыл өсөн республика кирбес заводтарының эш һөҙөмтәләре һәм тармаҡтың үҫеш перспективалары, төҙөлөш материалдары сәнәғәте предприятиеларын финанслау механизмдары тикшереләсәк. Бынан тыш, көн тәртибендә - торлаҡ һәм социаль төҙөлөш өлкәһендә республика инвестицион программаларын тормошҡа ашырыу.
Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән килгән ҡунаҡтар керамик кирбес етештереүҙә заманса тенденциялар һәм производствола заманса ҡорамалдар ҡулланыу хаҡында һөйләйәсәк. Сара программаһына шулай уҡ «Стәрлетамаҡ кирбес заводы»на барыу индерелгән, унда кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн экскурсия ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика