07:01 (UTC+5), 22 Сентября 2011

Октябрҙә Өфөлә «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы - 2011» күргәҙмәһе үтәсәк

Любовь Колоколова
25 - 27 октябрҙә Өфөлә «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы — 2011» VIII махсуслашҡан күргәҙмәһе үтәсәк. Сара Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойошторола.
Комитетта билдәләүҙәренсә, «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» төбәктәге санатор-курорт, ресторан-ҡунаҡхана бизнесы, туриндустрия һәм ял индустрияһының берҙән-бер күргәҙмәһе булып тора. Һәр ваҡыттағыса унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 100-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Үҙенең хеҙмәттәрен күргәҙмәлә санатор-курорт һәм ресторан бизнесы предприятиелары, шулай уҡ юл яны сервисы объекттары, ял базалары һәм башҡа төрлө экспоненттар тәҡдим итә.
Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар өсөн шифаханалар, ҡунаҡханалар, ресторандар, ял йорттары һәм башҡа төрлө ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы объекттары араһында иң яҡшы төбәк брендына конкурс үткәреүҙе лә үҙ эсенә алған күләмле эш программаһы әҙерләнгән. Шулай уҡ төбәк-ара кулинар форум һәм милли кухнялар фестивале, туҡланыу индустрияһы предприятиелары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ғилми-ғәмәли конференция ла үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика