10:50 (UTC+5), 22 Сентября 2011

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыстар 110 млн һумға тиерлек етә

Галина Бахшиева
Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс артыуын дауам итә һәм сентябрь башына ул 110 миллион һумға тиерлек етте. Ағымдағы йылдың ғинуары менән сағыштырғанда бурыслы ойошмалар иҫәбе - бер ярым тапҡырға, эш хаҡы ала алмаған хеҙмәткәрҙәр һаны 1,3 тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең 60 проценты биш айҙан ашыу эш хаҡы күрмәгән.
БР Хөкүмәтендә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү мәсьәләләренә арналған ведомство-ара координация советының бөгөнгө ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдиновтың билдәләүенсә, эш хаҡын ваҡытында түләүгә бәйле ауыр хәл өс тармаҡта күҙәтелә. Былар республиканың ауыл хужалығы, төҙөлөш, шулай уҡ сеймал табыу һәм эшкәртеү сәнәғәте.
— Ауыл хужалығында хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс йыл башынан алып 36 процентҡа тиерлек артҡан һәм әлеге мәлдә 39 миллион һум самаһы тәшкил итә. 2400-ҙән ашыу ауыл кешеһе эшләгән аҡсаһын ала алмай. Шул уҡ мәлдә эш хаҡы буйынса бурыстарҙың 74 проценты биш һәм унан күберәк айға һуҙылған, — тине Фидус Ямалетдинов.
1 сентябргә ҡарата төҙөлөш тармағындағы бурыс 32 миллион һумдан ашып киткән, йыл башына ҡарағанда был 7,6 тапҡырға күберәк. 700-гә яҡын хеҙмәткәр биш айҙан ашыу инде дөйөм алғанда 20 миллион һумдан ашыу хеҙмәт хаҡын ала алмай.
Шуның менән бергә, республиканың эшкәртеү производстволарында эш хаҡы буйынса бурыс йыл башынан алып ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән. Әммә әле булһа 1528 хеҙмәткәр алдында 13 миллион һум күләмендә эш хаҡы буйынса бурыс бар. Шуларҙың 70 проценты биш айҙан ашыу түләнмәй.
Эш хаҡы буйынса бурыстар нигеҙҙә Башҡортостандың биш ҡала округына һәм 22 муниципаль районына тура килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика