04:05 (UTC+5), 21 Сентября 2011

Өфөлә ҡала урамдарын ремонтлау буйынса ҙур эштәр башҡарылған

Галина Бахшиева
Өфөлә юлдарҙы ҡышҡыһын эксплуатациялауға әҙерләү маҡсатында коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү предприятиелары 200 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда ҡала урамдарын ремонтлаған. Дөйөм алғанда 32 мең тоннанан ашыу асфаль-бетон ҡатнашмаһы файҙаланылған. Дөйөм алғанда 400 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда баш ҡала урамдарын, шул иҫәптән Зәки Вәлиди, Пушкин, Цюрупа һәм Рихард Зорге урамдарын капиталь ремонтлау буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған.
Баш ҡала хужалығының көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә эшләүгә әҙерлегенә арналған матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюктың әйтеүенсә, әлеге ваҡытта боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар туплана. Миҫал өсөн, 4900 тонна күләмендә техник тоҙ, 54600 тонна йылға ҡомо һәм 2200 тонна күләмендә ҡар иретеүсе реагент һатып алыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика