11:30 (UTC+5), 21 Сентябрь 2011

Өфөлә ҡала биләмәһен таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығына тәүге йомғаҡтар яһалды

Галина Бахшиева
Башҡортостандың баш ҡалаһында биләмәне санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы дауам итә. Бер аҙна эсендә генә, 12-18 сентябрҙә, ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сарала 68 мең кеше ҡатнашҡан. Яҡынса ике мең берәмек махсус техника ҡулланылған.
— Сүп-сарҙан таҙартылған Өфө парктарының дөйөм майҙаны яҡынса өс миллион квадрат метр тәшкил итте. Туғыҙ миллион квадрат метр квартал араһы һәм өй алды биләмәләре, шулай уҡ ике мең квадрат метрҙан ашыу квартал ара бәләкәй юлдар һәм тротуарҙар таҙартылды. 7500 квадрат метрҙан ашыу ҡала юлы, 700 погон метр тирәһе ҡойма, 1500 квадрат метр фасад ремонтланды. Үткән аҙнала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарылғын сүп-сар күләме 16 мең кубометрҙан ашыу тәшкил итте, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфө Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производство-техник бүлеге баш белгесе Игорь Аристов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала биләмәһен санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә 24 сентябрҙә Өфөлә көҙгө дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика