04:51 (UTC+5), 20 Сентября 2011

Башҡортостан – түләүле хеҙмәттәр күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында

Ғәлиә Нәбиева
Республиканың һәр кешеһенә иҫәптә түләүле хеҙмәттәр күләме һигеҙ айҙа 27,1 мең һумды тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында килә. Башҡортостанстатта хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып республика халҡына 110,2 млрд һум суммаға түләүле хеҙмәт күрһәтелгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 1,4 процентҡа күберәк.
Ғәҙәттәгесә, халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәрҙең ҙур өлөшөн коммуналь, транспорт хеҙмәттәре, элемтә, көнкүреш һәм торлаҡ хеҙмәттәре алып тора. Бөтә хеҙмәттәрҙең 77 проценты тап ошо өлкәләргә тура килә. Республика халҡы спорт менән әүҙемерәк шөғөлләнә, бассейн һәм тренажерҙар залына ла күпләп йөрөй башлаған. Был өлкәләге түләүле хеҙмәттәр 17,2 процентҡа артҡан.
Статистиканан күренеүенсә, Башҡортостан халҡы үҙенең һаулығына күберәк иғтибар бүлә. Һөҙөмтәлә санатор-һауыҡтырыу хеҙмәттәре 11,1 процентҡа артҡан.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: түләүле хеҙмәттәр өлкәһенә эшҡыуарлыҡтың йоғонтоһо арта. Мәҫәлән, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең 50,9 проценты быйыл эшҡыуарҙарға тура килә. Әйткәндәй, хеҙмәттәрҙең 33,8 проценты шәхси эшҡыуарҙар менән күрһәтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика