09:56 (UTC+5), 20 Сентябрь 2011

Баш ҡалала «Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» форумы асылды

Любовь Колоколова
Өфөнөң Спорт һарайында 20 сентябрҙә «Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» XXI халыҡ-ара махсус күргәҙмә-форумы һәм «Төҙөлөштә энергияны һаҡлау» II махсус күргәҙмәһе асылды.
«Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» - Башҡортостанда хаҡлы рәүештә төп төҙөлөш бизнес-форумы булып киткән ҙур махсус проекттарҙың береһе.
Сараны Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойоштора. Шулай уҡ Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты һәм республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы форум үткәреүҙә булышлыҡ итә. Рәсәй Төҙөүселәр союзы генераль партнер булып сығыш яһаһа, күргәҙмәләрҙе үткәреүҙә Аҙ ҡатлы һәм коттедждар төҙөлөшө милли агентлығы ярҙам күрһәтә.
Форумды асыу тантанаһында республика Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы Юрий Пустовгаров һәм башҡалар ҡатнашты.
Форумда Рәсәйҙең 21 төбәгенән 150-нән ашыу предприятие, шулай уҡ сит ил компаниялары вәкилдәре ҡатнаша. Күргәҙмәлә ҡатнашыусы республика предприятиелары араһында - «Салауатстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Радуга-экспо», «Энергияны һаҡлаусы технологиялар».
Форумда яңы төҙөлөш һәм эшкәртеү материалдары, инструкциялар һәм технологиялар, төҙөлөш ҡорамалдары, махсус техника, махсус кейем һәм башҡа күп нәмәләр тәҡдим ителә.
«Аҙ ҡатлы төҙөлөш» махсус күргәҙмә проекты йорт төҙөү өлкәһендәге яңы технологиялар һәм ҡаҙаныштар менән таныштыра. «Төҙөлөштә энергияны һаҡлау» экспозицияһы яңы энергияны һаҡлау технологияларына йүнәлтелгән.
Форумда түңәрәк өҫтәл, семинарҙар, конкурстар үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ «Мисс төҙөлөш» конкурсын да үткәреү планлаштырыла.
«Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» форумы дүрт көн дауамында 23 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика