Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.37
+0.49
91.77
+0.65
68.99
-0.22
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Сентябрь 2011, 11:25
Өфөлә вакансиялар арта, эшһеҙҙәр һаны кәмей бара
Өфөлә вакансиялар арта, ә эшһеҙҙәр һаны кәмей бара. Бер аҙнала ғына эш урындары 500-ҙән ашыуға артып, бөгөнгө көндә ҡалала 15800-ҙән ашыу вакансия иҫәпләнә.
Өфөлә әлеге мәлдә туғыҙ мең самаһы кеше рәсми рәүештә эшһеҙ булараҡ теркәлгән. Көсөргәнешлек коэффициенты һәм вакансиялар менән эшһеҙ граждандарҙың нисбәте лә кәмегән һәм был күрһәткес хәҙер 0,6-ға тиң. Баш ҡалала әлеге ваҡытта теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,62 процентты тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
хеҙмәт баҙары
Читайте нас: