06:02 (UTC+5), 16 Сентябрь 2011

Сочилағы иҡтисади форумда Башҡортостанда эшләнгән вертолеттың презентацияһы үтте

Евгений Рәхимҡолов
Сочи ҡалаһының Ҡышҡы театрында үткән «Сочи-2011» X халыҡ-ара инвестицион форумына арналған күргәҙмәлә Башҡортостандан ике урынлыҡ R-30 «Роторфлай» вертолеты күрһәтелде, уны Күмертауҙағы «Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы эшләп сығарған.
Ике винтлы вертолеттың был бөтөнләй яңы конструкцияһы. Вертолет өҫтөндә «Ротор» 2001 йылда «Күмертау авиация производство предприятиеһы» менән берлектә эшләй башлаған. 2005 йылда вертолеттың тәүге экземпляры эшләп сығарылған һәм уңышлы һынау үткән.
R-30-ҙың осош массаһы ни бары 490 килограмм. Вертолет тиҙлеген сәғәтенә 160 километрға тиклем еткерә һәм өҫтәмә заправкаһыҙ 400 километр үтә ала. Машина 4500 метр бейеклеккә күтәрелә һәм сағыштырмаса аҙ яғыулыҡ сарыф итеүе менән айырыла – сәғәтенә 15 литр. Патруллек иткәндә, шулай уҡ ауыл хужалығы эштәрендә бындай вертолет менән башҡалар ярыша алмаясаҡ, тип күҙаллана. Вертолетта парашютлы ҡотҡарыу системаһы ҡуйылған. Йәнә пилот менән идара ителгән вертолетҡа махсус автопилот ҡуйыу ҙа планлаштырыла.
Башҡортостандың күргәҙмә экспозицияһында республиканың үтә еңел авиация өлкәһендәге башҡа төрлө ҡаҙаныштары ла күрһәтелде. Былар ҙа «Ротор»ҙың эшләнмәләре: «Роторфлай-2» вертолеты һәм ике урынлыҡ R-20 «Ҡошсоҡ-2» («Птенец-2») самолеты. Ошонда уҡ «Күмертау авиация производство предприятиеһы» менән эшләп сығарылған тәүлек әйләнәһенә һәм төрлө һауа шарттарында оса алған күп маҡсатлы КА-226Т вертолетының стенды, шулай уҡ ICP итальян компанияһы менән Өфөнөң «Кондор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең берлектәге проекты — «Savano S» самолетының стенды урынлаштырылған. Был самолетты йыйыу буйынса производство базаһы Өфө районы биләмәһендә урынлашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика